10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 14:45

Баш ҡалала Башҡортостан урыҫтарының икенсе конгресы асылды

автор: Марина Шумилова

30 сентябрҙә Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика урыҫтарының икенсе конгресы үтә. Унда төбәктең муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 300 делегат, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власты органдары, Бөтә донъя урыҫтары халыҡ соборы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, РФ Яҙыусылар союзы вәкилдәре ҡатнаша. Форум эшендә шулай уҡ Башҡортостан урыҫтарының икенсе конгресы ойоштороу комитеты рәйесе, республика парламенты спикеры Константин Толкачев ҡатнаша.

— Беҙ бында төбәгебеҙҙең 130-ҙан ашыу халҡы араһындағы дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте нығытыу, урыҫ халҡының милли мәҙәниәтен һәм йолаларын үҫтереү буйынса киләһе аҙымдарҙы тикшереү өсөн йыйылдыҡ, — тине Башҡортостан урыҫтары Соборының Башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов.

Конгресс делегаттары Башҡортостан урыҫтары Соборының Башҡарма комитеты эшенә йомғаҡ яһаясаҡ, йәмәғәт ойошмаһы Уставына төҙәтмәләр индерәсәк. Форумда рус теле һәм мәҙәниәтенең торошона, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, әхлаҡи мәсьәләләргә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар тикшереләсәк. Фекер алышыу һөҙөмтәләре конгресс резолюцияһында теркәләсәк.

Форум айҡанлы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы йортонда күп төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо. Конгресс тамамланғас, делегаттар һәм ҡатнашыусылар С.Т.Аксаков һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ һәм XXI  халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк Аксаков кисәһендә ҡатнашасаҡ.