Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә төҙөлөш тармағы өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәреләсәк

Сәйәсәт

Өфөлә йолаға әүерелгән вакансиялар йәрминкәһенә был аҙнала 300 кеше килде. Дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы 20 предприятие унда сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш һәм объекттарҙы һаҡлау өлкәһендә 400 эш урыны тәҡдим итте.

— Эш биреүселәр күп төрлө вакансиялар тәҡдим итте. Шулай ҙа уларҙың күбеһе – эшсе һөнәрҙәре. Ҡалаға менеджерҙар, һатыусылар, төҙөүселәр, страховка агенттары, һаҡсылар һәм сәнәғәт эшселәре кәрәк, — тине «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Өфөлә үткән йәрминкә арҡаһында йөҙләп кеше эшкә урынлашыуға мөмкинлек алған. Киләһе йәрминкә иһә төҙөлөш тармағы предприятиеларына арналасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть