10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 13:12

«Китап» нәшриәте халыҡ-ара күргәҙмә наградаларына лайыҡ булды

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Китап — хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» VI халыҡ-ара китап күргәҙмәһе-йәрминкәһендә ҡатнашҡан өсөн ике дипломға лайыҡ булды.

Күргәҙмә 23-25 сентябрҙә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта үтте.

Был ватан һәм бөтә донъя нәшриәт индустрияһы ҡаҙаныштары смотры, нәшерселәр һәм китап продукцияһын таратыусыларҙың аралашыу майҙансығы булды. Сара төркмән халҡының әҙәби мираҫын пропагандалауҙы һәм донъя халыҡтары әҙәбиәте менән танышыуҙы, китап баҫтырыу, китап таратыу һәм полиграфия технологиялары өлкәһендәге ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлек перспективаларына ҡағылышлы киң спектрҙағы мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуйҙы.

Нәшриәттә хәбәр итеүҙәренсә, беренсе диплом «Китап»ҡа — әүҙем һәм даими ҡатнашҡаны,  икенсеһе «Балалар китабы» номинацияһында еңгәне өсөн тапшырылған (китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған китаптары өсөн).