Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Ноябрҙә Башҡортостан халҡын дүрт көнлөк каникулдар көтә

Йәмғиәт

4-7 ноябрь Башҡортостанда ял көндәре тип иғлан ителде. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан асыҡлауҙарынса, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө — ял көнө булып тора.

Ул йомаға тура килгәнлектән, кесе йома – 3 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Бынан тыш, Ҡорбан ғәйете байрамы йәкшәмбе – 6 ноябргә тура килә.

Рәсәй хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 4, 5, 6 һәм 7 ноябрь ял көндәре булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть