Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Республика кардиодиспансеры ололар өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

Йәмғиәт

1 октябрҙә Республика Кардиология диспансеры поликлиникаһында Ололар көнөнә ҡарата Асыҡ ишектәр көнө үткәреләсәк. Иртәнге 9-ҙан 15 сәғәткә тиклем дауалау учреждениеһының табип-кардиологтары бушлай консультациялар үткәрәсәк, ЭКГ эшләйәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,  ҡабул итеү Өфө ҡалаһы, Степан Кувыкин урамы, 96/1 адресы буйынса Республика Кардиология диспансерының поликлиникаһында алып барыласаҡ, телефоны: 255-64-80. Үҙең менән паспорт һәм медицина страховкаһы полисын алып килергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть