3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 11:37

Республикала миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда быйылғы йылдың һигеҙ айындағы төҙөлөш-монтажлау эштәренең дөйөм күләме 60 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың өстән бер өлөшө тиерлек – күп ҡатлы йорттар. Йыл аҙағына тиклем 2,1 миллион «квадрат» торлаҡ төҙөү һәм уны сафҡа индереү планлаштырыла. 2015 йылға торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре республикала ике тапҡырға тиерлек артып, 3,7 миллион квадрат метр тәшкил итергә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан төҙөүселәренең проблемалары әүәлгесә насар хәл ителә.

— Төҙөлөш менән шөғөлләнгән предприятиеларыбыҙҙың әйләнешендә аҡса булмауы, һатып алыу һәләтенең түбән булыуы, төҙөлөш башлар өсөн әҙер майҙандар юҡлығы, шулай уҡ юғары процентлы банк кредиттары һәм төҙөлөш тармағында эре компаниялар булмауы – хәл итеүҙе талап иткән иң мөһим мәсьәләләр, — тине БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов.

Был осраҡта аҡса әйләнеше йылына бер нисә тиҫтә миллиард һумға еткән эре төҙөлөш компниялары хаҡында һүҙ бара. Шуның арҡаһында улар тотош микрорайондар төҙөй ала. Рәсәй төбәктәрендә бындай ҙур масштаблы төҙөлөш өлгөләре бар. Беҙҙең өсөн иң яҡындары – Татарстан һәм Свердловск өлкәһе.

Башҡортостанда иһә төҙөлөш тармағы бөгөн әйләнештә аҡсаһы булмаған һәм ҡабат-ҡабат банктан кредит ала алмаған бәләкәй предприятиелар иңендә. Был ахыр сиктә төбәктәге төҙөлөш эштәре күләмдәрендә һәм эштәр башҡарыу тиҙлегендә сағыла.