3 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 9:44

Балалар Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажын Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Булат Ғәйнетдинов

Башҡортостандың һәләтле уҡыусылары кисә Королев ҡалаһындағы Йыһан осоштарына идара итеү үҙәгендә Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән бәйләнешкә сыҡты. «Минең йыһан донъяһы» конкурсының 12 еңеүсеһе космонавтарға – 29-сы экспедиция экипажына: бортинженер Сергей Волковҡа, экипаж командиры Майкл Фоссумға, Ситоши Фурукаваға һорауҙарын бирә алды.

Йыһан онлайнын «Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова асты. Һәләтле уҡыусыларҙың Королевтағы легендар Йыһан осоштарына идара итеү үҙәгенә сәйәхәте Фонд ярҙамында ойошторолған.

Билдәһеҙ осоусы объектҡа (НЛО) ышанаһығыҙмы, йыһанда яңғыҙлыҡ хисен тояһығыҙмы, йыһан туризмының киләсәге бармы, ауырлыҡ юғалтыу шарттарында йоҡлауы ҡыйын түгелме, йыһан сүп-сары менән нисек көрәшергә?– Башҡортостан гимназистары ошондай балаларға хас булмаған һорауҙар бирҙе. Һәм һәр береһенә ихлас яуап алды.

Тамерлан Әхмәтшин, 39-сы Өфө гимназияһының 11 йәшлек уҡыусыһы, саф инглиз телендә экипаж командирынан йыһан туризмының перспективалары хаҡында һораны. Һәм яуап итеп Майкл Фоссумдың, киләсәк — йыһан туризмында, тигән һүҙҙәрен ишетте. Балалар космонавтарҙың нисек туҡланыуы һәм уларға ниндәй ризыҡ оҡшауы менән ҡыҙыҡһынды. Халыҡ-ара йыһан станцияһындағы менюның Ерҙәгенән бер ҙә айырылмауы асыҡланды, шулай ҙа әлеге экипаж емеш-еләк һәм йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирә икән.

Балаларҙың ҡайһы бер һорауҙары хатта йыһан шарттарында эшләргә күнеккән космонавтарҙы ла аптырашта ҡалдырҙы. Мәҫәлән, Руслан Лоҡманов, башҡа планеталарҙы үҙләштереү өсөн 29-сы экспедиция ағзалары Ерҙе бөтөнләйгә ҡалдырып китергә риза булыр инеме, тип һораны.

— Барыбыҙҙың да Ерҙә ғаиләһе бар, һәм әлегә беҙ уларҙы ул тиклем оҙаҡҡа ҡалдырып китергә әҙер түгел, — тине Сергей Волков. – Әммә бындай зарурлыҡ булһа…  

Полина Спиридонова Айҙа участкалар һатыу менән ҡыҙыҡһынды. Майкл Фоссум, Ай участкаларын һатып алыуға сертификаттар — бик яҡшы инвестиция, тип яуапланы. Киләсәктә сертификат хужалары үҙенең капитал һалыуҙарын тейешенсә баһалай аласаҡ.

Космонавтар ҙа һәләтле балалар менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Улар яҡындары менән айырылыуға бәйле күңел түрендә йөрөткән иң йылы хистәре менән уртаҡлашты.

Башҡортостан уҡыусылары йыһангирҙар менән теүәл 20 минут аралаша алды. Сергей Волков, Майкл Фоссум һәм Ситоши Фурукава йәш тикшеренеүселәргә ауырлыҡ юғалтыу шарттарында эшләүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын күрһәтергә өлгөрҙө, Халыҡ-ара йыһан станцияһында үткәрелгән тикшеренеүҙәр тураһында һөйләне.

Аралашыуҙы йомғаҡлап, балалар экипажды Ергә әйләнеп ҡайтҡандан һуң Өфөгә килергә саҡырҙы. Космонавтар саҡырыуҙы ҡабул итте.

«Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара балалар конкурсы призерҙарының Мәскәүгә, Королевҡа һәм Звездный ҡалаһына сәфәрен ойоштороусы булып «Башҡортостан — Германия» Рәсәй-Германия дуҫлығы йәмғиәте сығыш яһаны. Конкурс Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт Владимир Коваленок, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Гөлшат Хәмитова һәм «Мәскәү Кремле» дәүләт тарих-мәҙәниәт музей-ҡурсаулығының генераль директоры, Юрий Гагариндың ҡыҙы Елена Гагаринаның ярҙамында үтә.