8 декабрь, Кесе йома

30 сентябрь 2011 йыл, 9:38

2012 йылда Башҡортостанда Болгария көндәре үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

2012 йылдың апрелендә Башҡортостанда – Болгария көндәре, ә шул уҡ йылдың сентябрендә Болгарияла Башҡортостан көндәре үтәсәк, тип иғлан итте кисә Рәсәй һәм БДБ халыҡтары дуҫлығы федерацияһының һәм «Славяндар» фондының рәйесе профессор Захари Захариев.

— Беҙ ил етәкселеге менән 2012 йылдың апрелендә Башҡортостанда Болгария көндәрен үткәреү хаҡында һөйләшеп килештек, — тине ул. – Сентябрь аҙағында Болгарияла Башҡортостан көндәре үтәсәк.

Был саралар Рус-төрөк һуғышында Болгарияның Рәсәй империяһы менән азат ителеүенә 135 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

— Киләһе йыл Рәсәйҙә Болгария рухлылығы йылы тип иғлан ителде, — тип билдәләне Захари Захариев. – Беҙҙә Болгарияла Рәсәй рухлылығы йылы үтте инде. Быларҙың барыһы ла дөйөм алғанда Рәсәй менән һәм, әлбиттә, Башҡортостан менән дуҫлыҡты нығытыу мөмкинлеген бирәсәк.