5 декабрь, Дүшәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 17:57

Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев Юрий Сенкевич исемендәге премияға лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Азат Ғәфүров

Туризм өлкәһенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре 27 сентябрҙә, Бөтә донъя туризм көнөндә, билдәле сәйәхәтсе Юрий Сенкевич исемендәге премия менән тәбрикләнде. Тантаналы сара Мәскәүҙең «Президент-Отель» бинаһында үтте.

2011 йылда премияға дәғүә итеүселәрҙән илдең 44 субъектынан туроператорҙар, музейҙар, ҡунаҡханалар, туризм хаҡында яҙған киң мәғлүмәт сараларынан 164 заявка ҡабул ителгән. Наградалар 22 категория буйынса тапшырылды.

Иң күп заявкалар киләһе номинациялар буйынса бирелгән: «Иң яҡшы төбәк музейы», «Балалар һәм үҫмерҙәр туризмын үҫтереү өсөн», «Туризм һәм Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡылыу тураһында иң яҡшы мәҡәлә өсөн», «Иң яҡшы туристик комплекс» һәм «Рәсәй төбәктәренең туристик ресурстарын әүҙем үҫтереү». Тәжрибәле жюри ағзалары тарафынан һайлап алынған лауреаттар һәм дипломанттар исемдәре аҙаҡҡаса сер итеп тотолдо.

Абруйлы премия лауреаттары араһында Башҡортостан Республикаһы вәкиле лә бар — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры, профессор Александр Дегтярев, ул «Туризм буйынса белем биреүҙе үҫтереү өсөн» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан исеменән сығыш яһаған лауреатты тармаҡтың федераль структуралары етәкселәре һәм башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәре йылы тәбрикләне, сөнки Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының туристик ресурстарға бай булған төбәктә туризм индустрияһын формалаштырыуға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө киң билдәле, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғафуров.

Милли туристик премия 2002 йылда Туризм буйынса федераль агентлыҡ тарафынан туристик индустрияны үҫтереүҙә ҡаҙаныштарҙы дәртләндереү, хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу, Рәсәйҙең бөтә төр туризмын үҫтереү маҡсатында булдырылған. Бер йылдан уға билдәле сәйәхәтсе, ғилми хеҙмәткәр һәм 123 илдә булған тележурналист Юрий Сенкевич исеме бирелгән.

Премия йола буйынса 1979 йылда Бөтә донъя туристик ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырылған 27 сентябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя туризм көнөнә ҡарата бирелә.