8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2011 йыл, 17:54

Башҡортостанға 500 томлыҡ болгар әҙәбиәте бүләк ителде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Болгария вәкилдәре Башҡортостанға 500 томлыҡ болгар әҙәбиәте һәм 30 нәфис фильм бүләк итте. Был турала бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй һәм БДБ халыҡтары дуҫлығы федерацияһының һәм «Славяндар» фондының рәйесе профессор Захари Захариев (Болгария) хәбәр итте.

— «Славяндар» фонды линияһынан беҙ Башҡортостан халҡына ҙур булмаған бүләк – 500 томлыҡ болгар әҙәбиәтен тапшырабыҙ, — тине Захари Захариев. – Шулай уҡ 30 нәфис фильмдан торған йыйынтыҡ та бирәбеҙ.

Профессор әйтеүенсә, бүләктәр «Башҡортостан-Болгария халыҡтары дуҫлығы» йәмғиәтенә тапшырыласаҡ. Бынан тыш, республика китапханаларының береһендә  болгар әҙәбиәте бүлеге булдырыласаҡ, һәм унда ла китаптар тапшырыласаҡ.

— Был 500 том – беҙҙең аралағы ышаныс һәм дуҫлыҡҡа беренсе аҙым ғына, — тине ул. – Беҙ Башҡортостандағы болгар әҙәбиәте фондына киләсәктә лә ярҙам итеү һәм уны киңәйтеү бурысын үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ.