Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә торлаҡҡа ташламалы займдар бирелә башланы

Иҡтисад

Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшө фонды йылына һигеҙ процент менән 10 йылға  ташламалы займдар бирә башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был программа әле Баймаҡ, Белорет, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл ҡалаларында, шулай уҡ Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Өфө, Шишмә һәм Тәтешле райондарында эшләп килә.

«БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүәт унитар предприятиеһында баш ҡаланың төрлө райондарында льготалы займдар менән һатыу өсөн 70 фатир бүленгән. Мәҫәлән, Орджоникидзе районында Лев Толстой, Горький, Ульяновтар һәм Ҡулса урамдары менән сикләнгән 12-се кварталдағы 2Б һанлы йорттан 10 фатир һатыласаҡ. Калинин районында, Инорс биҫтәһендә, Баландин урамы, 7Б һанлы йорттан 19 фатир бүленгән. Киров районының С.Перовская, Эшсе хәбәрселәр, Высотная һәм Кавказ урамдары менән сикләнгән Йүрүҙән биҫтәһенән, 7-се, 23-сө торлаҡ йорттарҙан, дөйөм алғанда 41 фатир һатыласаҡ.

Фондта аңлатыуҙарынса, льготалы займды юллау өсөн ҡаланың район хакимиәтенең торлаҡ бүлеү һәм торлаҡты иҫәпкә ҡуйыу бүлегенә мөрәжәғәт итеп, займ алыуға ғариза яҙырға кәрәк. Өфөләге (347) 22-99-161 телефоны аша Фонд белгестәренә консультациялар һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть