Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Салауатта индустриаль парк ойоштороласаҡ

Иҡтисад

Кисә Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында республика биләмәһендә индустриаль парктар ойоштороуға заявкаларҙы ҡарау буйынса комиссия ултырышы үтте. Ултырыш дауамында Салауат ҡалаһы ҡала округы территорияһында Салауат индустриаль паркын ойоштороуға заявка ҡаралды.

Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, индустриаль паркты үҫтереү программаһы 2012-2016 йылдарға һәм 2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән ике этаптан тора. Беренсе этапта бер-ике эре резиденттың инвестицион программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана, ә парк урынлашасаҡ майҙан 14,5 гектарҙы тәшкил итәсәк. Икенсе этапта Greenfield принцибы буйынса төҙөлөшкә 230 гектар ер бүленәсәк. Ер участкаһы «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте янынан, Салауат ҡалаһының төньяҡ зонаһынан бирелә. Был участкала компания-резиденттарҙың яңы производстволары, шулай уҡ кәрәкле сервис инфраструктураһы урынлашасаҡ.

Программаның төп маҡсаты — бәләкәй һәм урта производстволарҙы үҫтереү юлы менән бер технологик майҙанда «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте сеймалынан әҙер продукттар етештерәсәк комплекс ойоштороу.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса индустриаль парк ойоштороу буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр министрлыҡта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть