8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2011 йыл, 16:51

2012 йылда республикала Рәсәй сифат көнө үтәсәк

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

29 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы Президенты Геннадий Воронин ҡул ҡуйҙы.

Килешеү хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп хәл итеү нигеҙҙәрен киләһе маҡсаттарҙа билдәләй: Башҡортостан Республикаһы предприятиелары һәм ойошмалары продукцияһының конкуренцияға һәләтен арттырыу өсөн шарттар булдырыу, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Килешеү ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә һәм 2012 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Артабан ул автоматик рәүештә бер йылға оҙайтылып барыласаҡ.

Бөтә Рәсәй сифат ойошмаһы Президенты Геннадий Воронин 2012 йылда Бөтә донъя сифат көнөндә Өфөлә бөтә Рәсәй форумын үткәрергә тәҡдим итте. Продукция һәм хеҙмәттәр сифатының мөһимлеген арттырыу, шулай уҡ сифат мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү Бөтә донъя сифат көнөнөң маҡсаттары булып тора, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.