3 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 15:54

Рәсәй сәйәсәте мәктәбе Башҡортостан вуздарына килә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Яңы уҡыу йылында Башҡортостандың алдынғы вуздарында Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең филиалдары асылды.  

Сәйәсәт мәктәбе тыңлаусылары һәм уҡыусылары ғына түгел, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынған студенттар ҙа хәҙер республиканың алдынғы сәйәсмәндәренең, илебеҙҙең күренекле сәйәси эшмәкәрҙәренең лекцияларын тыңлай ала.

Кисә тәүге лекцияны Өфөләге Рәсәй дәүләт социаль университеты филиалының һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының студенттары өсөн Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок уҡыны.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, октябрь-декабрҙә Рәсәй парламентарийҙары һәм Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар, федераль һәм төбәк кимәлендәге алдынғы сәйәсмәндәр студенттар аудиторияларының ҡунаҡтары буласаҡ.

— Йәнә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабановтың, билдәле юрист Андрей Макаровтың, иҡтисадсы Михаил Хазин, «Әсәй» халыҡ-ара хәйриә фонды президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рәис Атнағоловтың мәктәп тыңлаусыларына һәм студенттарға лекциялар уҡыуы планлаштырыла, — тине Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Ә ноябрҙә Алина Кабаеваның килеүе көтөлә.

темалар: мәғариф, йәштәр