8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2011 йыл, 15:54

Йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсының бөтә Рәсәй этабы Өфөлә үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсының бөтә Рәсәй этабы быйыл Өфөлә яҡынса 18 октябрҙә үтәсәк. Унда шул уҡ исемле төбәк конкурстары еңеүселәре ҡатнашасаҡ. «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Татарстандың дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы V республика конкурсы Ҡазанда көн элгәре тамамланған.

Ике көн дауамында конкурста ҡатнашыусылар социаль-психологик тренингылар үткән, «Минең шәхси ҡаҙаныштарым» темаһына үҙҙәре менән таныштырған, авторлыҡ программаһын яҡлаған, шулай уҡ «Минең позициям» ток-шоуында ҡатнашҡан.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, еңеүселәр аҡсалата премия аласаҡ, уларҙың күләме 10-дан 40 мең һумға тиклем. Бынан тыш, республика конкурсында еңеүселәр дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталығы конкурсының бөтә Рәсәй этабында үҙ республикаһы исемен яҡлар өсөн Өфөгә юлланасаҡ.