Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе тикшереләсәк

Сәйәсәт

4 октябрҙә Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә «Милләт-ара һәм конфессия-ара гармония – барлыҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҫеш нигеҙе» семинары үтәсәк. Сараны ойоштороусылар – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Мәскәү дәүләт лингвистика университеты.

Семинарҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, мосолман ойошмалары, Рус православие сиркәүе, йәһүдтәр ойошмаһы, йәмәғәт берекмәләре, дәүләт органдары вәкилдәре, ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, семинар барышында ҡатнашыусылар төрлө темаларҙы тикшерәсәк. Улар араһында — «Рәсәй Хөкүмәтенең яңы башланғыстары күҙлегенән сығып дин-ара һәм милләт-ара диалог», «Рәсәй төбәктәрендә дин-ара хеҙмәттәшлек – практик аспект», «Мосолман һәм православие руханиҙарының йәштәрҙең радикализм йәтмәһенә эләгеүенә ҡаршы тороуы».

Сара 10 сәғәттә башланасаҡ.

Семинар тамамланғандан һуң, 15 сәғәттә матбуғат конференцияһы үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть