3 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 14:10

Баймаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты пленумы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡта Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумы үтте. Унда республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре, Башҡортостан мосолман руханиҙары ҡатнашты.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов хәбәр итеүенсә, пленум һөҙөмтәле үтте. Ҡаралған һорауҙар араһында, уның фекеренсә, яңыраҡ Баймаҡ мәсетендә булған конфликт һәм унан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан күрелгән саралар көнүҙәк тема булып торҙо.  Башҡортостандың мосолман руханиҙары оппозиционерҙарҙың хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлегенә ҡырҡа ҡаршы.

Пленум барышында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Урал аръяғы вәкиллегенә яңы етәксе һайланды. Был вазифаға Сибай ҡала округы Төйәләҫ ауылы мәсетенең имам-хатибы Ислам Исламбаев тәғәйенләнде. Баймаҡ ҡалаһындағы мәсет етәксеһе итеп Сибайҙың Алтын ҡасабаһы мәсете имам-хатибы Баймөхәмәт Ғиззәтуллин тәғәйенләнде.

Форум аҙағында пленумда ҡатнашыусылар урындағы мосолмандар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

темалар: дин, пленумдар