5 декабрь, Дүшәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 12:38

Башҡортостан йәмәғәт ойошмаларының Үҙәк архивында «Халыҡтарҙың берҙәм ғаиләһендә» күргәҙмәһе асылды

автор: Марина Шумилова

«Халыҡтарҙың берҙәм ғаиләһендә» күргәҙмәһе Өфөлә 30 сентябрҙә үтәсәк Башҡортостан урыҫтары Соборының икенсе конгресына ҡарата ойошторола, ул Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт ойошмаларының Үҙәк дәүләт архивында асылды.

Башҡортостан Республикаһы ойошмаларының Үҙәк архивы менән «Башҡортостан урыҫтары Соборы» йәмәғәт ойошмаһы араһында 1999 йылдың 11 мартында төҙөлгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә архивта Башҡортостан урыҫтары Соборы фонды булдырылған. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән документтар араһында – Башҡортостан урыҫтары Соборы тураһында Положение, «Башҡортостан халыҡтары» дәүләт программаһы («Башҡортостан урыҫтары» бүлеге концепцияһы), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең бөйөк урыҫ йырсыһы Федор Шаляпин тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы юбилей сараларын үткәреү тураһында ҡарары, Башҡортостан урыҫтары Конгресы резолюцияһы, Уставтар, теркәлеү тураһында танытмалар, мөрәжәғәттәр, хаттар, фотодокументтар.

Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан (Аксаков) бүлексәһе, Башҡортостан урыҫтарының «Вече» республика милли-мәҙәни үҙәге документтары, төрлө матбуғат баҫмалары тәҡдим ителә. Барлыҡ документтар ҙа архивта һаҡлана.

Күргәҙмә менән теләгән һәр кем таныша ала.