5 декабрь, Дүшәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 12:31

Болгария профессоры буласаҡ юристарға Өфөлә политология буйынса лекция уҡыны

автор: Ольга Мортазина

Рәсәй-Болгария дуҫлығына Урал юридик дәүләт академияһының Өфөләге филиалы ла ҡушылды. Мәғариф учреждениеһына Болгариянан күренекле йәмәғәт эшмәкәре, политолог Захари Захариев килде. Ул ЮНЕСКО ҡарамағындағы Европа фән, мәҙәниәт һәм гуманизм академияһы академигы, Рәсәй һәм БДБ халыҡтары дуҫлығы федерацияһының һәм «Славяндар» фондының рәйесе, «Славян мәҙәниәте, мәғарифы һәм фәне» халыҡ-ара ассоциацияһын етәкләй. Уның фәнни һәм ижтимағи эшмәкәрлегенең үҙәгендә — халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм, атап әйткәндә, Рәсәй-Болгария хеҙмәттәшлеге.

Өфөгә доктор Захариев «Башҡортостан — Болгария халыҡтары дуҫлығы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ярослав Шредер һәм РФ Сит ил эштәре министрлығының республикалағы вәкиле Илшат Миңлебаевтың саҡырыуы буйынса килгән.

— Беҙгә башҡорт-болгар йәмғиәте программаларында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр, һәм беҙ саҡырыуҙы шатланып ҡабул иттек, — тине Академия филиалы директоры урынбаҫары Олег Павлов.

Болгар профессоры буласаҡ юристарға, милли дәүләттәр киләсәгенә бәйләп, халыҡ-ара хоҡуҡ тураһында лекция уҡыны, һуңынан йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.