3 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 11:43

Республиканың Урал аръяғы эшҡыуарҙары иғтибарын туризмды үҫтереүгә йүнәлтәләр

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн Әбйәлил районының Асҡар ауылында Урал аръяғы эшҡыуарҙары өсөн үҙ эшеңде асыу, һалым һалыу һәм дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса уҡытыу семинары үтәсәк. Сара эшҡыуарлыҡ һәм туризм өлкәһендә 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Урал аръяғының муниципаль райондары хакимиәттәре, төбәктең ғилми учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес берләшмәләре вәкилдәре семинар эшендә ҡатнашасаҡ.

Эшҡыуарҙар һалым һалыуҙың төрлө режимдарын ҡулланыу нескәлектәре, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙам күрһәтеү шарттары, дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙа бәләкәй бизнестың ҡатнашлығы хаҡында мәғлүмәт аласаҡ. Бынан тыш, улар үҙ эшеңде асыу һәм алып барыуҙа кәрәкле башҡа файҙалы кәңәштәр аласаҡ.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, бөгөн республикала Урал аръяғын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Был тәү сиратта Башҡортостан Урал аръяғының эшҡыуарлыҡ һәм туризм өсөн перспективалы зоналарҙың береһе булыуы менән бәйле.