Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәш гвардиясылар йәштәрҙең сәйәсәттәге роле хаҡында фекер алышасаҡ

Сәйәсәт

Бөгөн, 29 сентябрҙә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бишенсе корпусындағы йыйылыштар залында «Йәштәр сәйәсәттә: мифтармы әллә ысынбарлыҡмы?» темаһына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» сәйәсәт клубы ултырышы үтәсәк. Ҡараласаҡ һорауҙар араһында – илдең сәйәси тормошонда йәш быуындың ҡатнашыуы; уны демократик, социаль йәһәттән ғәҙел йәмғиәт төҙөүгә йәлеп итеү; кешене һәм гражданды һәр яҡлап үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн шарттар булдырыу.

«Йәш Гвардия»ның төбәк штабы начальнигы Константин Канунников, уның урынбаҫары Александр Толстых һәм БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко билдәләнгән һорауҙарҙы тикшереүҙә ҡатнашасаҡ.

Ултырыш 18 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть