6 декабрь, Шишәмбе

29 сентябрь 2011 йыл, 10:16

Рөстәм Хәмитов күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләргә бушлай ер участкаларын бүлеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

автор: Сергей Захаров

28 сентябрҙә Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһына» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы.

Президенттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, закон өс һәм унан да артыҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаларын биреүҙе күҙаллай. Ошо уҡ хоҡуҡ менән инвалид бала тәрбиәләүселәр ҙә файҙалана ала.

Законға ярашлы, ҡалала йәшәүселәргә ер участкалары – әлеге ҡала йәки уның менән сиктәш булған район биләмәһенән, ә районда йәшәүселәргә тейешле район биләмәһенән бүленәсәк.

Участкаларҙың минималь һәм максималь ҙурлығы 0,08-ҙән 0,2 гектарға тиклем тәшкил итә. Ер участкаларын бүлеү менән башҡарма властың ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә республика органы, йәки урындағы үҙидара органы вәкилдәре шөғөлләнәсәк.

Ер участкаларын алыуға дәғүә итеүсе граждандарҙы ғаризалар тапшырыу сираты менән йәшәү урыны буйынса муниципалитет хакимиәте иҫәпкә аласаҡ.