9 декабрь, Йома

29 сентябрь 2011 йыл, 9:13

Ҡурай, бишбармаҡ һәм Салауат Юлаев шиғырҙары эстондарҙы хайран итте

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Флүзә Хәйруллина

Таллинн, Нарва һәм Йыхви ҡалаларында Эстония халыҡтары көндәре үтте. Унда «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына йәмғиәт етәксеһе Флүзә Хәйруллина хәбәр итте.

Беренсе көндә Таллиндағы Уҡытыусылар йортонда Эстония халыҡтары берләшмәһенең форумы үтте. Тәүге тапҡыр бында Салауат Юлаевтың эстон теленә тәржемә ителгән шиғырҙары яңғыраны.

Тәржемәләр менән шөғөлләнгән шағирә Ли Сеппел башҡорт геройы шиғырҙарын үҙе уҡып ишеттерҙе. Опера йырсыһы Виллу Валдмаа менән ҡурайсы Илнур Хәйруллин «Уралым» йырын башҡарҙы.

Флүзә Хәйруллина әйтеүенсә, зал ҡурай моңон һәм күңелгә үтеп инерлек шиғырҙарҙы иҫе китеп тыңланы.

Эстония халыҡтары берләшмәһе президенты Тимур Сәйфуллиндың билдәләүенсә, форумда Ли Сеппел һәм Виллу Валдмаа кеүек илдең күренекле сәнғәт әһелдәре ҡатнашыуы сараның юғары статусын, шул иҫәптән «Ағиҙел» йәмғиәтенең абруйын да билдәләне.

Шулай уҡ Таллиндың Ратуша майҙанында этнойәрминкә асылды, унда халыҡ кәсептәре изделиелары һәм милли ризыҡтар тәҡдим ителде. Башҡорт йәмғиәте традицион һый-ниғмәт: бишбармаҡ, өсбосмаҡ, сәк-сәк, бәрәмәс менән һыйланы. Бынан тыш, башҡорт мөйөшөн ҡурай моңо биҙәне.

— Ҡурай моңон ишетеп, милли башҡорт костюмдарында булыуыбыҙҙы күреп, күптәр беҙҙең менән аралашырға килде, — ти Флүзә Хәйруллина. – Мәҙәниәтебеҙ һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлағаныбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙеләр, беҙҙе байрамдың бер биҙәге тип атанылар.