Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала социаль поликлиникалар буласаҡ

Йәмғиәт

2011-2013 йылдарға Башҡортостанда оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыуға бәйле маҡсатлы программа сиктәрендә республикала пенсионерҙарҙың йәшәү кимәле буйынса социологик тикшеренеү үткәрелә. Әлеге ваҡытта төбәктә яҡынса 800 мең оло йәштәге кеше иҫәпләнә, уларҙың 74 проценты – ҡатындар. Шул уҡ ваҡытта республика ҡалаларында пенсионерҙарҙың – 60 проценты, ауыл ерендә 40 проценты йәшәй.

Бынан тыш, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әлеге ваҡытта социаль поликлиникалар булдырыу менән мәшғүл. Улар социаль хеҙмәткәрҙәр, юристар, психологтар, шулай уҡ Пенсия фонды һәм башҡа ведомстволар вәкилдәренән торған махсус бригадалар булдырырға уйлай. Бригада белгестәре алыҫтағы ауылдарға сығып, халыҡҡа төрлө консультациялар бирмәксе, ололар ауылдан сыҡмайынса үҙҙәренә пособие юллай алһын өсөн документтар ҡабул итмәксе. Бындай хеҙмәттәрҙе төбәктә быйыл күрһәтә башлау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть