Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы производствоһы үҫтереләсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда республика биләмәһендә ауыл хужалығы техникаһы производствоһын үҫтереүгә бәйле эштәр алып барыла. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев белдерҙе.

— Стәрлетамаҡтың «Агротехсервис» заводы базаһында голланд партнерҙар менән берлектә быйыл сөгөлдөр йыйыуҙа файҙаланыласаҡ 12 комбайн йыйылды, – тине ул. – Бөгөн был машиналар беҙҙең баҫыуҙарҙа эшләйәсәк һәм шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуҙы юғалтыуҙарһыҙ башҡарырға ярҙам итәсәк.

Бынан тыш, был предприятиела тағылма техника производствоһын ойоштороу тураһында протоколдарға ла ҡул ҡуйылған. Эрнст Исаев һүҙҙәренсә, Туймазы бетон ташыу машиналары заводы яңынан ер эшкәртеү өсөн культиваторҙар сығара башлаған, Стәрлетамаҡтың «Беларус-Инмаш» предприятиеһы Бобруйск трактор деталдәре һәм агрегаттары заводы менән берлектә тәгәрмәсле тракторҙар йыйыуҙы үҙләштергән.

— Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы производствоһын үҫтереү буйынса эштәр дауам ителәсәк, — тип билдәләне вице-премьер. – Беҙ алдынғы йүнәлештәр эҙләйбеҙ. Был яңы эш урындары һәм техниканы һатҡан ваҡытта транспорт сығымдарын ҡыҫҡартыу арҡаһында техника хаҡын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть