6 декабрь, Шишәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 16:54

Тәтешле районы чиновнигы конкуренцияны сикләгән өсөн штраф түләйәсәк

автор: Ольга Мортазина

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы Тәтешле районы хакимиәтенең план-иҡтисад бүлеге хеҙмәткәренә штраф һалды. 2010 йылдың декабрендә район муниципалитеты тораҡ пункттарға юлдар төҙөлөшө проекты буйынса асыҡ конкурс үткәрә. Заказды «Башкирдортранспроект» дәүләт унитар предприятиеһы ала. «Заказдар урынлаштырыу тураһында»ғы федераль закон үтәлешен тикшереп, прокурорҙар хакимиәттең аукционда ҡатнашыусылар өсөн һәр кем йырып сыға алмаҫлыҡ шарттар ҡуйыуын асыҡлай. Был ҡануниәткә ҡаршы килә һәм яуаплы чиновникка ҡарата административ эш асыла. Уға дәүләт ҡаҙнаһына 50 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһынан.

темалар: дәүләт заказы