8 декабрь, Кесе йома

28 сентябрь 2011 йыл, 16:44

Октябрьский һәм Карамай ҡалалары хеҙмәттәшлек итергә уйлай

автор: Марина Шумилова

Көн элгәре Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы Синьцзян-Уйгур автономиялы районының Карамай ҡалаһы араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу тураһындағы ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды. Документҡа Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Молчанов һәм Карамай мэры урынбаҫары Чжао Ушен ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Был документҡа ҡул ҡуйыу – ике ҡала араһында дуҫтарса һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнеш булдырыу юлындағы тәүге аҙым. Протокол иҡтисад һәм сауҙа, фән һәм техника, мәҙәниәт һәм мәғариф, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендә үҙ-ара әүҙем эш итеү потенциалын аса, ҡала округтарының төрлө йәшәйеш өлкәләрендә белгестәр менән алмашыу мөмкинлеген бирә.

Октябрьскийға килгән Карамай ҡалаһы делегацияһы составына сәнәғәт компаниялары, ҡала округының төрлө йәшәйеш өлкәләре, Карамай һөнәри техник институты етәкселәре ингән. Ҡытай ҡунаҡтары ҡаланың алдынғы предприятиеларында, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарында булды.

— Сәнәғәт комплексын ғына түгел, мәҙәниәт, спорт һәм мәғарифты үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлгән матур, таҙа ҡала, — тип билдәләне Карамай делегацияһы ағзалары, Октябрьский тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашып.