Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡала пенсионерҙарына бушлай төрлө хеҙмәттәр күрһәтеләсәк

Йәмғиәт

Өфөлә 1 һәм 2 октябрҙә, «Ғүмерҙең алтын мәле» проекты сиктәрендә, ололар өсөн бер нисә сара үткәреләсәк, уларға төрлө хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Аркада» идара итеү компанияһы, социаль сәйәсәт менеджерҙары ассоциацияһы һәм «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сараны башлап ебәреүсе булып сығыш яһай.

Шулай итеп, алдағы ял көндәрендә «Өфө» универмагы бинаһында 11-ҙән 16 сәғәткә тиклем ололар юристарҙан, шулай уҡ федераль һәм республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәренән консультация аласаҡ. Урында уҡ пенсионерҙарға бушлай флюорография үтеү, ҡан баҫымын үлсәү һәм электрокардиограмма эшләү мөмкинлеге биреләсәк. Бынан тыш 10-сы һөнәрселек лицейының уҡыу-эксперименталь оҫтаханаһы уҡытыусылары һәм уҡыусылары өлкәндәргә парикмахер хеҙмәттәрен күрһәтәсәк.

Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, «Уфанет» компанияһы башланғысы менән универмаг бинаһында пенсионерҙар интернетта эшләү серҙәренә лә төшөнә аласаҡ.

Шундай уҡ саралар Башҡортостан баш ҡалаһының Калинин районында Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфөләге филиалы бинаһында ойоштороласаҡ, тип өҫтәне Ленара Иванова.

1-15 октябрҙә «Өфө» универмагы» сауҙа комплексы магазиндары пенсионерҙарға ташламалар тәҡдим итәсәк. Бынан тыш 1 һәм 2 октябрҙә, Халыҡ ара ололар көнө айҡанлы, Өфөнөң ҡайһы бер магазиндарында һәм дарыуханаларында был категория граждандары өсөн шулай уҡ ташламалар буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть