2 декабрь, Йома

28 сентябрь 2011 йыл, 15:24

Башҡортостанға ауыл хужалығы техникалары иҫәбен арттырырға кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Иген урыу техникаһының етешмәүе һәм уның күп осраҡта иҫкергән булыуы – Башҡортостандың ауыл хужалығындағы етди проблемаларҙың береһе. Был хаҡта бөгөн www.i-gazeta.com сайтында үткән онлайн-конференция барышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев белдерҙе.

— Быйыл ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙы субсидиялау программаһы иҫәбенә республикала ауыл хужалығы етештереүселәре йәмғеһе 2,8 миллиард һумлыҡ 2500 техника берәмеге һатып алды, — тине ул. – Был 600 самаһы трактор, 280 иген урыу комбайны, 70-ләгән мал аҙығы урыу техникаһы һәм башҡалар.

Эрнст Исаев әйтеүенсә, был йүнәлештә тағы ла ҙур эштәр көтөлә.

— Беҙ иген урыу комбайндары иҫәбен ярайһы ныҡ арттырырға бурыслыбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер. – Әгәр улар беҙҙә мең берәмеккә артыҡ булһа ла, беҙ 3,5 миллион тоннанан кәм булмаған һөҙөмтә менән ураҡ эштәрен тамамлаған булыр инек инде. Шуға күрә беҙгә яҡын арала предприятиеларға техника һатып алыуҙа ярҙам итерлек һөҙөмтәле механизмдар булдырырға кәрәк.

Быйыл ауыл хужалығы техникаһы хаҡының 40 проценты тиерлек субсидияланған.