Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә студенттар педагогик отрядтары слеты үтәсәк

Йәмғиәт

Республика педагогик отрядтарының бишенсе слеты 29 сентябрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә үтәсәк. Унда ғәмәлдәге һәм яңы төҙөлөп килгән педагогик отрядтарына ингән юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнаша.

Педагогик отрядтарында эшләүсе студенттарҙың оҫталыҡ кимәлен арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәйге кампанияға йомғаҡтар яһау сараның төп маҡсаттары булып тора.

Слет сиктәрендә шулай уҡ 2010-2011 уҡыу йылында балалар һауыҡтырыу-тәрбиә учреждениеларына педагогик кадрҙар әҙерләү буйынса Екатерина Поспелова исемендәге «Перспектива» вожатыйҙар әҙерләү республика үҙәгенең отчет конференцияһы, шулай уҡ йылдың иң яҡшы вожатыйҙарын тәбрикләү тантанаһы һәм III студенттар педагогик отрядтары конкурсы үтәсәк.

Сараны ойоштороусылар — «Башҡорт педагогия дәүләт университет комплексы» ассоциацияһы менән берлектә «Перспектива» вожатыйҙар әҙерләү республика үҙәге.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть