Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары исемлегендәге рейтингы тағы күтәрелде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәүге ун иң яҡшы лоббисы-төбәк лидерҙары араһындағы рейтингы күтәрелеүен дауам итә. Был «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән ағымдағы йылдың август айында үткәрелгән тикшереүҙәр йомғаҡтарынан күренә.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә Рөстәм Хәмитов, Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев менән Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты үтеп, етенсе урынды биләй. Әгәр быйыл июлдә Башҡортостан Президентының позицияһы 4,04 балл менән баһаланһа, августа был коэффициент тағы артты һәм 4,11 балға етте.

«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында тәүге өс лоббист-төбәк лидерҙары исемлеген Мәскәү мэры Сергей Собянин башлап ебәргән, артабан Георгий Полтавченко (Санкт-Петербург) һәм Александр Ткачев (Краснодар крайы) килә.  

2011 йылдың июль айындағы Рәсәйҙең иң яҡшы лоббистары-төбәк лидерҙары рейтингын тикшереү һөҙөмтәләре 28 сентябрҙә «Независимая газета» сайтында баҫылып сыҡҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть