10 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 13:31

Баланы яңғыҙ тәрбиәләгән ата-әсәләр 29 сентябрҙә ҡыҙыу линияға мөрәжәғәт итә ала

автор: Эльмира Сабирова

29 сентябрҙә Республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге «Баланы ата-әсәләрҙең береһе генә тәрбиәләүҙең психологик аспекттары» темаһына «ҡыҙыу линия» үткәрәсәк.

15 — 17 сәғәттәрҙә 8 (347) 273-09-00 телефоны аша һорауҙарығыҙҙы бирә һәм проблемаларығыҙ хаҡында һөйләй алаһығыҙ. Башҡортостан буйынса стационар телефондарҙан шылтыратыу бушлай.  

Ата-әсәләр менән үҙәктең юғары квалификацион категориялағы педагог-психологтары Владимир Григорьев һәм Галина Шурухина аралашасаҡ.

темалар: ҡыҙыу линия