3 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 13:07

Вице-премьер Эрнст Исаев «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

28 сентябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевтың онлайн-конференцияһы үтте.

50 минут эсендә вице-премьер 20-нән ашыу һорауға яуап бирҙе. Был ваҡыт эсендә уға интернет менән ҡулланыусы һәр кем мөрәжәғәт итә ала ине.

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтында видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.

Вице-премьер – ауыл хужалығы министрының онлайн-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.

Тейешле техник эштәр башҡарылғас, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.