7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2011 йыл, 12:59

Оҙон ғүмерле кешеләр Ололар көнөнә тәмле бүләктәр аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың оҙон ғүмерле кешеләре – 90 йәштән олораҡтар — Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата 800 һумлыҡ аҙыҡ-түлек йыйылмаһы аласаҡ. Республика Хөкүмәтенең 90 йәштән олораҡ граждандарға матди ярҙам күрһәтеү тураһындағы тейешле ҡарарына ҡул ҡуйылған да инде. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан ете миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Оло йәштәгеләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһына сәй, кәнфиттәр, печенье, ҡуйыртылған һөт һәм хатта шарап та индерелгән. Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, әлеге ваҡытта республикала 90 йәштән олораҡ 8500 кеше һәм йөҙ йәште үткән 203 кеше йәшәй.