4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 12:39

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында «Ғаилә усағы» байрамы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Ҡыҙылъяр ауылы китапханаһында «Ғаилә усағы» байрамы үтте. Уны ойоштороусылар — «Ҡыҙылъяр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге, ауылдың урта мәктәбе, Ҡыҙылъяр Мәҙәниәт йорто. Ике ғаилә — Ступиндар һәм Ҡудашевтар — өйгә бирелгән эштә һәм конкурс-уйын программаһында үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрамда рус һәм татар халыҡтарының барлыҡ көнкүреш үҙенсәлектәре, нескәлектәре сағылды. Ул оло Шәжәрә байрамы алдынан үткәрелде.

Конкурста ҡатнашыусылар нәҫелдәре, ғаиләлә булған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Ступиндарҙың Ҡыҙылъярҙа ауылға нигеҙ һалынғандан алып йәшәүҙәре асыҡланды. Ә Ҡудашевтар ғаиләһе Ҡыҙылъярға 35 йыл элек Бүздәк районынан күсеп килгән. Һан яғынан урыҫтар өҫтөнлөк иткән ауылға килеүҙәренә ҡарамаҫтан, Ҡудашевтар татар халыҡ йолаларынан һәм ғөрөф-ғәҙәттәренән ситләшмәй.

Ғаиләләр менән танышҡандан һуң, конкурстар һәм төрлө уйындар үткәрелде. Байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр алды.