4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 11:57

Республика баш ҡалаһында Башҡортостандың иң яҡшы йәш эшҡыуарҙары тәбрикләнәсәк

автор: Любовь Колоколова

23 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында йыл һайын бирелеүсе «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы йәш эшҡыуары» премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы уны икенсегә үткәрә.

Йыл һайын тапшырылыусы премияның төп маҡсаттары араһында – илдә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү һәм ярҙам итеү; йәштәр эшҡыуарлығы ҡаҙаныштарын асыҡлау, дәртләндереү, пропагандалау; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге тәжрибәһен популярлаштырыу; йәмғиәттә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге хаҡында ыңғай фекер тыуҙырыу; эре һәм урта бизнес, киң йәмәғәтселек вәкилдәрен, потенциаль инвесторҙарҙы бәләкәй бизнес мөмкинлектәренә һәм проблемаларына йәлеп итеү.

— Иң яҡшы йәш эшҡыуарҙы билдәләү инициативалы йәш кешеләргә үҙ эштәрен булдырғанда үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойорға ярҙам итәсәк. Сөнки улар алдында өлгө булырлыҡ лайыҡлы кешеләр сығыш яһаясаҡ, — тине «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Илдар Сөйөшев.

Өҫтәп китәйек, эш программаһы «Йәштәр эшҡыуарлығы проблемалары һәм перспективалары» конференцияһын, «Тайм-менеджмент» һәм «Дәүләт һатып алыуҙары» семинарҙарын, «Кредитлау. Страховкалау. Хәүефһеҙлек» күргәҙмәһен, «Idea!» бизнес-проекттар йәрминкәһен үҙ эсенә ала.

Көндөң икенсе яртыһында йәш эшҡыуарҙарҙы бүләкләү тантанаһы һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары концерты буласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ойоштороу комитеты телефоны: (347) 299-11-00.