Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре тикшереләсәк

Иҡтисад

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығында 27 октябрҙә «Башҡортостан республикаһы экологияһы. Уның торошо, проблемалары һәм перспективалары» темаһына кәңәшмә үткәреләсәк. Төбәктәге экология мәсьәләләре өсөн яуаплы белгестәр, йәмәғәт берекмәләре етәкселәре унда ҡатнашыуға саҡырыла.

Кәңәшмәнең төп маҡсаты — йәмәғәт ойошмаларының экология өлкәһендәге уңышлы тәжрибәһен яҡлау һәм уны таратыу. Кәңәшмәлә берлектәге эшмәкәрлек дауамында асыҡланған экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла. Ошонда уҡ контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген алып барыу шарттарында йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәһендә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән уңышлы социаль технологиялар менән таныштырасаҡтар.  Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә республикалағы экологик проблемаларҙы хәл итеүгә йәштәр потенциалын йәлеп итеү программаһы тикшереләсәк, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Кәңәшмәлә һөҙөмтәле эшмәкәрлек тәжрибәһен тәҡдим итеүҙән тыш, төбәк экологияһы мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлашырға, методикалар, ойоштороу формалары, тематика һәм концепциялар менән алмашырға мөмкин.

Кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн докладтар темаһын һәм материалдарҙы 20 октябргә тиклем prirodnadzor_rb@ufanet.ru электрон адресына ебәреү мотлаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть