5 декабрь, Дүшәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 11:19

Ирек Зарипов Елена Мухина исемендәге премияға лайыҡ булды

автор: Дмитрий Слезин

Паралимпия уйындарының күп тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов Елена Мухина исемендәге милли премия лауреаты булды. Ул «ИНВА-спорт» номинацияһында наградаға лайыҡ булды.

Бөйөк гимнаст, 1978 йылда абсолют донъя чемпионы Елена Мухина исемендәге премия Мәскәү Паралимпия комитеты башланғысы менән Рәсәй Паралимпия комитеты менән булдырылған. Әле премия тапшырыу тантанаһы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла.

Сарала Рәсәй Паралимпия комитеты президенты, Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Владимир Лукин, Халыҡ-ара Паралимпия комитеты башлығы сэр Филип Крэйвен (Бөйөк Британия), РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министы урынбаҫары Павел Колобков, илдәрҙең паралимпия комитеттары президенттары ҡатнашты.

— Күп премиялар бар, әммә быныһы уникаль, — тип билдәләне Лукин. – Ул бөйөк гимнаст исемен йөрөтә, әммә ләкин тик спорт премияһы ғына булып тормай. Ул күп һөнәр кешеләрен, күпте күргән, ауырлыҡтарҙы ихтыяр көсө менән еңеп сыҡҡан кешеләрҙе берләштерә.