4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 10:46

Рөстәм Хәмитов Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

27 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе Сергей Павленко менән осрашты. Унда республика менән был ойошманың финанс мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлеге һәм эшмәкәрлекте көйләү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтенән.

-  Ҡаҙнаны тулыландырыу буйынса бюджет эштәре дөйөм алғанда насар түгел. Һалымдар ҙа яҡшы түләнә, сығымдар ҙа былтырғыға ҡарағанда быйыл аҙға ғына күберәк. Планға беҙ плюс 10 миллиард һум күрһәткес менән киләбеҙ. Йәғни һалымдар килеп тора. Нигеҙҙә килемгә һалым һәйбәт түләнә. Был предприятиеларҙың яҡшы «тын алыуы» хаҡында һөйләй.

Инвестициялар йәлеп итеү, һалым һалыу базаһын киңәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Яңы предприятиелар төҙөлөүен көйләйбеҙ. Һәр төбәк тормошо сәнәғәт һәм иҡтисади бурыстар менән тулы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов осрашыу барышында.

Башҡортостандың элек тә, бөгөн дә һәм киләсәктә лә үҫеш перспективаһы булған ҡеүәтле төбәк булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Төбәгебеҙ тәбиғәт ресурстарына бай, туризм, сәләмәтләндереү, ял өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар. Быларҙың барыһын да файҙаланасаҡбыҙ, — тине Президент.  

Республика Финанс министрлығы менән берлектә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса бер туҡтауһыҙ эш алып барыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.  

— Беҙ бюджет һағында торабыҙ. Бер яҡтан, республиканы үҫтереү буйынса эш алып барыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Икенсе яҡтан, аҡсаларҙы тәләфләүгә юл ҡуймайбыҙ. Һәм был йәһәттән ҙур иғтибар бүленә, — тип белдерҙе республика башлығы.

— Беҙ һәр ваҡыт Башҡортостанға тулы бюджетлы тотороҡло төбәк булараҡ ҡараныҡ. Бюджет менән идара итеү системаһы төҙөк булған төбәк кеүек беләбеҙ. Был бер яҡтан. Әммә икенсе яҡтан – үткән йылдарҙа ауыр хәлдә булған төбәктәр менән эшләгәнлектән, һеҙгә иғтибар бүлеп булманы. Шуға күрә хеҙмәттәшлегебеҙҙең ныҡлы иҡтисади нигеҙҙә төҙөлөүен теләр инем, — тине Cергей Павленко.