9 декабрь, Йома

28 сентябрь 2011 йыл, 10:14

Рөстәм Хәмитов Сибайҙа төбәк-ара инвестицион форум ойошторорға ҡушты

автор: "Башинформ"

28 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә Сибайҙа төбәк-ара иҡтисади форум ойошторорға ҡушты. Уның һуңынан йыл һайын үткәрелеүсе форумға әйләнеүе лә ихтимал.

Бынан алдараҡ, 17 сентябрҙә, республика башлығы Бөрөләге тәүге иҡтисади башланғыстар форумында булғайны. Рөстәм Хәмитов сараның форматын һәм уны ойоштороу кимәлен юғары баһаланы. Форумда биотехнологиялар, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙәге инновацион проекттар тәҡдим ителде.

«Бөрөлә республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарының иҡтисади башланғыстарын тикшереү өсөн тотороҡло майҙансыҡ булдырырға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, ошондай уҡ форумды Ура аръяғында ла үткәрәсәкбеҙ. Сибайҙағы форумды төбәк-ара сара итеп эшләргә кәрәк. Унда Башҡортостандың, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренең халҡы ҡатнаша аласаҡ».

Планлаштырылыуынса, Сибай иҡтисади форумы Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш территорияларының инвестицион проекттарын презентациялау өсөн төп майҙансыҡҡа әйләнәсәк, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.