10 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2011 йыл, 9:09

Башҡортостанға АҠШ делегацияһы килә

автор: Әлим Фәйезов

Киләһе аҙнала, 3 — 5 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһына өс көнлөк эш визиты менән Америка Ҡушма Штаттарының Екатеринбургтағы Генераль консулы Майкл Рейнерт етәкселегендәге АҠШ делегацияһы килә. Делегация составында Генконсулдың сәйәсәт һәм иҡтисад буйынса советнигы Елена Жеберляева һәм АҠШ-тың эшлекле даирәләре вәкилдәре бар.

Саралар программаһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев менән осрашыуҙар ҡаралған.

4 октябрҙә делегация менән осрашыу дауамында Өфө хакимиәтендә Өфө ҡалаһы һәм АҠШ бизнес-берләшмәһе вәкилдәре араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтеү перспективаларын тикшереү планлаштырыла, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.