Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йыл эсендә эшһеҙлек кимәле кәмегән

Сәйәсәт

Башҡортостанда йыл эсендә эшһеҙлек кимәле кәмегән, тип хәбәр итте бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалтдинов, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында сығыш яһап.

— Дөйөм һәм теркәлгән эшһеҙлек кимәле тотороҡло булып ҡала, — тип билдәләне ул. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,9 процент тәшкил итә, ә уҙған йылдың ошо уҡ осорона 8,8 процент тура килә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,6 процентҡа тиклем кәмегән.

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, беҙҙең республикала, дөйөм Рәсәйҙәге менән сағыштырмаса, әлеге кәмеү процесы йылдамыраҡ бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть