5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 17:59

Республикала киҫкен вируслы инфекция менән ауырыу кимәле 25 процентҡа артты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Үткән аҙнала киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән Башҡортостанда 15,3 мең кеше ауырый башлаған, шуларҙың 69 проценты – 14 йәшкә тиклемге балалар. Республикалағы Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауырыусылар кимәле бер аҙнала 25 процентҡа артҡан. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.

Ямғырлы һалҡын көндәр һәм өшөү вируслы инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә. Өфөлә респиратор вируслы инфекцияны 3,9 мең кеше йоҡторған, шуларҙың 66 проценты — 14 йәшкә тиклемге балалар. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар иҫәбе 9,4 процентҡа артҡан. Өфө халҡының киҫкен вируслы респиратор инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 31,6 процентҡа түбән.

Медиктар республикала грипҡа ҡаршы иммунизациялау буйынса прививка кампанияһы башланыуы хаҡында иҫкәртә.  Милли профилактик прививкалар календаре сиктәрендә 800 мең кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға прививка эшләү планлаштырыла.