Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы «Мәрхәмәт» хәйриә фондында булды

Йәмғиәт

Шишәмбе, 27 сентябрҙә, Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы Өфөлә «Мәрхәмәт» хәйриә фондында булды.

Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт, авиация генерал-полковнигы Владимир Коваленок, Советтар Союзы Геройҙары Анатолий Арцебарский, Игорь Волк, Александр Баландин, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Максим Сураев, Михаил Корниенко, Юрий Лончаков, шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова яңыраҡ асылған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр менән осрашты.

Балалар космонавтарға һорауҙарын яуҙырҙы ғына. Улар йыһан караптарының төҙөлөшө тураһында белде. Космонавтар йыһанда ҡояш байыуының иҫ китмәле матур булыуын бәйән итте.

«Иң мөһиме – бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ һәм һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ!» — тигән теләктәре менән тамаланы был ҡыҙыҡлы әңгәмәне йыһан геройҙары.

Бынан һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар космонавтарҙан автограф алды, улар менән бергә фотоға төштө. Балалар килгән ҡунаҡтарға йыһан тематикаһына һүрәттәрен һәм ҡул эштәрен бүләк итте, Балаларҙы үҫтереү үҙәгенән рәхмәт хатын да тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть