5 декабрь, Дүшәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 17:05

Рөстәм Хәмитов «ИННОВА» йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашты

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Ошо көндәрҙә Өфөлә «ИННОВА» йәштәр инновация форумы үтә. Республика вуздары студенттары, йәш ғалимдар һәм эшҡыуарҙар сәнәғәт, экология, мәғарифтың төрлө өлкәләрендә 78 проект тәҡдим итә. Рәсәй йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе мәғлүмәте буйынса, республика биләмәһендә ете технопарк, өс бизнес-инкубатор, ике технологиялар трансферы үҙәге, сәнәғәт субконтракцияһы үҙәге һәм кластерлы үҫеш үҙәге эшләй. Республиканың тулайым инновацион продукты йылына 1,5 миллиард долларҙан ашыу АҠШ долларын тәшкил итә.

Бөгөн Конгресс-холда «ИННОВА»ла ҡатнашыусылар менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.

— Ил бөгөн беренсе һанлы бурыс — иҡтисадты тәрән һәм сифатлы модернизациялау өҫтөндә эшләй, — тине Президент. — Республикала яҡшы кадрҙар резервы бар, фән өлкәһендә ете мең самаһы белгес эшләй. Һигеҙ мең кешене һыйҙырған «Өфө-Арена» һарайының трибуналарын күҙ алдына килтерегеҙ — шул сама кеше беҙҙә фән менән шөғөлләнә. Ләкин беҙгә инновацион эшләнмәләрҙе производствоға индереү өсөн бер нисә тапҡырға күберәк кеше кәрәк. Үкенескә күрә, компьютерҙар, фәнни ҡаҙаныштар ҡулланылған башҡа төрлө көнкүреш техникаһы производствоһындағы беренселек күптән башҡалар ҡулында. Үҫешмәгән эске ихтыяж беҙҙең сифатлы яҡшы продукт эшләй алыуыбыҙға ышанмауҙары хаҡында һөйләй. Заводтарҙа булдым, һәйбәт һәм ҡыйбат булмаған продукциялары булыуын күрҙем, әммә баҙар буш түгел, унда үтеп инеүе ауыр. Беҙ фактура, ҡулланыу уңайлылығы, хатта продукцияны төрөү материалы буйынса ҡалышабыҙ. Инвесторҙарҙың әүҙем булмауы ла ошо хаҡта һөйләй. Үҙебеҙҙә продукт етештереүгә аҡса һәм ваҡытты сарыф итеү урынына әҙер продукцияны ситтән һатып алыуы еңелерәк, тип иҫәпләнә. Инвестор патриот булырға тейеш. Юғиһә уның фирмаһын ахырҙа сит ил компаниялары һатып аласаҡ, ихтимал, ул аҡсалы ла булыр, әммә шәхси бизнесын үҫтерә алмаясаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Беҙгә башлап йөрөүсе, ойоштороусы кешеләр кәрәк, беҙ бит бындай эшмәкәрлеккә өйрәнмәгән. Минең почта — бар нәмәгә, һәр кешегә сикһеҙ ялыуҙар ағымы. Эшлекле тәҡдимдәр һирәк осрай. Киң мәғлүмәт сараларында элек нисек яҡшы булғанын хәтерләргә яраталар. Ә беҙгә алға табан хәрәкәт итергә кәрәк. Әгәр холҡоңда бындай һыҙаттар булмаһа, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк, — тип кәңәш бирҙе Президент.

Йәш ғалимдар һәм студенттар Президентҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе: улар венчур фондын булдырыу мөмкинлегенә, нефть сәнәғәтендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа, киң мәғлүмәт сараларында социаль проекттарҙы яҡтыртыуға, яңы эш башлаған йәш белгестәргә аҡсалата ярҙамға һәм башҡа төрлө мәсьәләләргә ҡағылды.  

Артабан форум сиктәрендә оҫталыҡ кластары һәм түңәрәк өҫтәлдәр башланды.