Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Бөгөн – Бөтә донъя туризм көнө

Йәмғиәт

Бөгөн – Бөтә донъя туризм көнө. Ул донъяның күпселек илдәрендә бына инде 30 йылдан ашыу билдәләнә. Байрам 1979 йылда Бөтә донъя туристик ойошмаһының Генераль ассамблеяһы тарафынан раҫланған. 1980 йылдан байрам йыл һайын 27 сентябрҙә билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының байрам айҡанлы ҡотлауында былай тиелә:

«Был ял ойоштороу һәм үткәреүгә бәйле эшмәкәрлек алып барған кешеләрҙең байрамы. Улар араһында – туристик компаниялар һәм турагентлыҡтар хеҙмәткәрҙәре, музейҙарҙа һәм ҡунаҡханаларҙа эшләүселәр. Бынан тыш был сәйәхәт итергә яратыусылар байрамы ла.

Бөтә донъя туризм көнө туризмды пропагандалау, уның мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөн сағылдырыу, халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашып йәшәүҙе тәьмин итеү маҡсатында үткәрелә. Туризм — әүҙем һәм сәләмәт ялдың иң таралған төрҙәренең береһе».

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты барлыҡ сәйәхәтселәрҙе һәм туристарҙы Бөтә донъя туризм көнө менән ҡотлай, сағыу тәьҫораттар һәм ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр теләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть