9 декабрь, Йома

27 сентябрь 2011 йыл, 16:20

БР Контроль-иҫәп палатаһы «Башавтотранс»ты тикшереү һөҙөмтәләрен тәҡдим итәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһының сираттағы ултырышында «Башавтотранс» предприятиеһы эшмәкәрлеге тикшереләсәк. 28 сентябрҙә ревизорҙар дәүләт предприятиеһының 2010 йылда һәм 2011 йылдың үткән айҙарында бюджет средстволарын һәм дәүләт милкен нисек файҙаланыуын тикшереү һөҙөмтәләрен йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итәсәк.

Башлана —10.00-дә.

темалар: анонс