3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 15:07

Өфөлә «Урал сәнәғәт форумы» асылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

Өфөләге Спорт һарайында бөгөн «Урал сәнәғәт форумы» асылды, уның сиктәрендә «Иретеп йәбештереү һәм контроль», «Металл эшкәртеү»,  «Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу», «Ағас эшкәртеү», «Нефтегазсервис» кеүек төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәләр үтәсәк. Форумда Рәсәйҙең 50-гә яҡын етештереүсе һәм сеймал менән тәьмин итеүсе предприятиелары ҡатнаша.

Сәнәғәт форумы БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Урал буйы экологик, технологик һәм атом күҙәтеүе идаралығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге менән ойошторолған. «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-көнбайыш төбәктең иретеп йәбештереүселәре альянсы, «Санкт-Петербург Сертификациялау үҙәге» коммерциялашмаған партнерлығы уға булышлыҡ иткән.

Форумды асыу тантанаһында республиканың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрының беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев, «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Виктор Заяц һәм башҡалар ҡатнашты.

Күргәҙмәлә иретеп йәбештереү ҡорамалдары һәм материалдары, контроллек итеү средстволары, металл, ағас эшкәртеү һәм диагностикалау ҡорамалдары, станоктар һәм инструменттар, энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияһы һәм башҡалар күрһәтелгән.

Махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ульяновск, Яр Саллы, Ырымбур, Волгоград, Магнитогорск, Өфө, Салауат предприятиелары бар. Республика етештереүселәре араһында «Салауатметалл», «Башстанкоцентр», «Сваркон», «Теллур», «СВАРТЭКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең һәм башҡа предприятиеларҙың экспозициялары иғтибарҙы йәлеп итә.    

Хәлил Рәхимов әйтеүенсә, күргәҙмәләр ватан машиналар эшләү комплексы һәм иретеп йәбештереү технологиялары үҫешенең төп тенденцияларын мөмкин тиклем тулыраҡ сағылдыра, фән ҡаҙаныштарын ҡулланылышҡа индереүгә, яңы техник эшләнмәләр һәм ҡорамалдарҙы алға һөрөүгә әүҙем булышлыҡ итә.

Бер үк ваҡытта форум сиктәрендә «Свартэкс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте территорияһында халыҡ-ара кимәлдә Бөтә Рәсәй иретеп йәбештереүселәр конкурсы үтәсәк. Виктор Заяцтың билдәләүенсә, был 10-сы, юбилейлы конкурс. Уға йөҙгә яҡын кеше килгән, шуларҙың 50-һе – Рәсәйҙең 20 ҡалаһынан һәм яҡын сит илдәрҙән йыйылған конкурсанттар.

«Урал сәнәғәт форумы» дүрт көн дауамында – 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Форумдың һуңғы көнөндә Бөтә Рәсәй иретеп йәбештереүселәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк.  

Әйткәндәй, «БашЭКСПО» өсөн быйыл үҙенсәлекле йыл: күргәҙмә үҙәге күптән түгел үҙенең 20 йыллығын билдәләне. Ә бөгөн асылған форум «БашЭКСПО»ның көҙгө күргәҙмә миҙгелендәге тәүге сараһы булды.