3 декабрь, Шәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 14:00

Туризм көнөндә Башҡортостанда сәйәхәт һөйөүселәр өсөн гәзит сығарыла башлаясаҡ

автор: Әлим Фәйезов

27 сентябрь — Бөтә донъя туризм көнө. Тап ошо байрамға ҡарата Башҡортостандың Туриндустрия союзы һәм БР Туристик-мәғлүмәт үҙәге туризм өлкәһенә ҡағылышы булғандар өсөн ҙур бүләк әҙерләне – төбәктә яңы «Туризм в Башкортостане. Открытый регион» гәзите сыға башланы.

Башҡортостанда һуңғы арала туризм властар иғтибарын йәлеп итә, уға иҡтисад тармағы булараҡ ҙур әһәмиәт бирелә. Һәм ошоға бәйле бихисап эштәр алып барыла. Социаль туризм проекты старт алды, республика сәйәхәттәр өсөн күркәм төбәк булараҡ әүҙем рекламалана, күргәҙмәләр, пресс-турҙар, фестивалдәр үткәрелә. Мәғлүмәт баҫмаһын да барыбер ҡасандыр булдырырҙар ине, әлбиттә. Хәҙер ҡала һәм республика халҡының яңы гәзит биттәренән өр-яңы мәғлүмәт алыу, тармаҡтағы бар ваҡиғалар һәм яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыу, тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығы менән танышыу мөмкинлеге бар.