4 декабрь, Йәкшәмбе

27 сентябрь 2011 йыл, 11:06

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы ағзалары менән осрашты

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бер йылдан һуң Өфөлә йәштәрҙең аэройыһан үҙәге асылыуы ихтимал. Үҙәк ойоштороуға бәйле пландар дүшәмбе, 26 сентябрҙә, Республика йортонда тикшерелде. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт, авиация генерал-полковнигы Владимир Коваленок етәкселегендәге Рәсәй Космонавтика федерацияһы Президиумы Бюроһы делегацияһы ағзалары килде.

Республика башлығы космонавтарға Башҡортостан уҡыусылары һәм студенттарының Байконурға сәфәрен ойошторғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, апрелдә 130 бала космодромда булып ҡайтты, унда «Союз ТМА-21» йыһан карабының юбилейлы осошон ҡараны.

— Был сәфәр бар төркөмдә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бындай практиканы артабан да ҡулланырға теләйбеҙ һәм был йүнәлештә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Бында, Башҡортостанда, Космонавтика федерацияһы бүлеген үҫтереү буйынса килешеүҙәрҙе лә мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ.

Яңы үҙәк ике теманы – авиация һәм космонавтиканы берләштересәк, тип планлаштырыла, сөнки Башҡортостан — Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле инновацион кластерҙарҙың береһе. Бер Өфөлә генә был йүнәлеш буйынса биш предприятие эшләй, йәнә двигателдәр етештереү генә түгел, уларҙы проектлау менән дә шөғөлләнеүсе өс фирма бар. Ошоноң менән бер рәттән республикала ике музей эшләп килә (ӨМЭПБ һәм ӨДАТУ базаһында), унда 700 техника берәмеге күргәҙмәгә ҡуйылған. Улар үҙҙәренең экспонаттарын үҙәккә бирергә әҙер.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, база үҙәге Өфөлә урынлашырға тейеш. Әйткәндәй, «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙенең базаһында үҙәктең филиалын асырға әҙер. Төҙөлөш майҙаны 7-10 мең квадрат метр майҙанды тәшкил итәсәк, тип планлаштырыла.  

— Был проектты беҙ республиканың адреслы инвестицион программаһына индерәсәкбеҙ, — тине республика Президенты.  – Проект эштәрен быйыл уҡ башҡарыу мөһим,  киләһе йылда төҙөй башларға һәм 2013 йылда сафҡа индерергә кәрәк.

Рөстәм Хәмитов, республика был үҙәкте тренажерҙар менән төҙөү өсөн ресурстар һәм аҡса бүләсәк, тип ышандырҙы.

— Бәлки, тренажерҙарһыҙ төҙөрбөҙ – егеттәргә йыһанға сәйәхәт варианттарын күрһәтергә теәйбеҙ. Артабан мәктәптәрҙә, кластарҙа йыһан буйынса түңәрәктәр һәм һеҙҙең менән планлаштырған башҡа нәмәләрҙе булдырырға теләр инек, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, йыһан вузы иҫәпләнгән Бауман университетын тамамлаусы булараҡ, ул үҙе лә был темаға уҡырға ярата.

— Яңыраҡ ҡына Чертоктың дүрт томлығын йырып сыҡтым. Бигерәк ҙур, шулай ҙа уҡып бөттөм. Хәтерҙе яңырттым.

Бер ай элек Калугала булдым, Циолковский музейына барҙыҡ һәм экспонаттарҙы ҡараныҡ, фекер алыштыҡ. Әлбиттә, был ғәйәт ҙур эш, ҙур хеҙмәт, һәм беҙ быларҙың береһенең дә онотолмауын теләйбеҙ. Һәм беҙҙең республика территорияһында былар онотолмаясаҡ.  Беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ – мин Башҡортостан Рспубликаһы Хөкүмәтен, Хөкүмәттә эшләгән кешеләрҙе күҙ уңында тотам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Владимир Коваленок һүҙҙәренсә, был үҙәк ғәмәлдә ҡулланыу өсөн эшләнәсәк.

— Үҙәктә тренажерҙар, симуляторҙар урынлашасаҡ, бында визуализация ярҙамында йыһанға осорға, самолеттарҙа йөрөргә мөмкин буласаҡ. Был техник йәһәттән ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы проект. Әгәр үҙәк ысынлап та төҙөлһә, был ҙур ҡаҙаныш буласаҡ, — тип билдәләне Владимир Коваленок.

Өҫтәп китәйек, ватан космонавтикаһы легендаларының республикаға визиты программаһы ярайһы киң. Беренсе көндә, 26 сентябрҙә, ҡунаҡтар балаларҙың «Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара ижади эштәр конкурсының ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты.

Шишәмбе, 27 сентябрҙә, совет һәм Рәсәй космонавтары ҡатнашлығында Өфөнөң 93-сө гимназияһында беренсе космонавт Юрий Гагаринға арналған «Гагарин көндәре» балалар ижади һәм фәнни-мәғариф проекттары фестивален асыу тантанаһы үтәсәк. Ошо уҡ көндө «Өфө уттары» күңел асыу комплексында космонавтарҙың баш ҡаланың инновацион белем биреү учреждениеларында уҡыған балалар менән осрашыуы көтөлә.  

Башҡортостандың 12 уҡыусыһының — «Минең йыһан донъяһы» халыҡ-ара конкурсы призерҙарының Мәскәү, Королев һәм Звездный ҡалаларына сәйәхәте сараның финалы буласаҡ. «Йондоҙҙар янына» проекты сиктәрендә балалар Звездный ҡаласығы менән танышасаҡ, унда улар Космонавтар әҙерләү үҙәген, ғәмәлдәге гидролабораторияны, планетарийҙы ҡараясаҡ. Мәскәүҙә уларҙы Ҡыҙыл майҙанға һәм Мәскәү Кремленә экскурсия көтә. Королевта Йыһан осоштарына идара итеү үҙәгендә Өфө уҡыусыларының Халыҡ-ара йыһан станцияһында вахта үтеүсе космонавтар менән видеобәйләнеш сеансын ойоштороу күҙаллана.  Мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, уларға йыһандан яуап ала аласаҡ.